"М.Аҡмулла эҙҙәренән..."
Декабрь 11, 2021
Просмотров: 46
Шүлгән урта мәктәбенең 9 класында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Усманова тарафынан "М.Аҡмулла эҙҙәренән..." тип аталған дәрес үткәрелде. Унда уҡыусылар бөйөк аҡыл эйәһенең тормош юлы һәм ижадына байҡау яһанылар, викторина, кроссворд эшләнеләр. Шиғырҙарын тасуири уҡыу ойошторолдо, ә "Нәсихәттәр" шиғырына тулы анализ яһалды. Аҙаҡ "Карауанһарай" төркөмө башҡарыуында шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар тыңланылар